Ошо көндәрҙә республиканың мәҙәни тормошонда тағы ла бер сағыу тамаша көтөлә – Башҡортостандың милли симфоник оркестры ҡатнашлығында Ҡышҡы фестиваль үтәсәк. Ул “Мәҙәниәт” милли проекты буйынса бойомға ашырыла.
“Был шәп тамаша буласаҡ, – тип хәбәр итте бөгөн уҙған матбуғат конференцияһында Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Артур Назиуллин. – Төрлөлөгө менән айырылып торған алты концерт, төрлө илдәрҙән йыйылған һоҡланғыс солистар. Өфөлә һәм республиканың башҡа ҡалаларында сығыш яһау, ижадыбыҙҙы халыҡҡа еткереү артабан да матур йолаға әүерелер, тип ышанам”.
Фестивалде асыу тантанаһына океан аръяғынан да ҡунаҡ көтәләр. АҠШ-та, атап әйткәндә, Филадельфияла йәшәп ижад иткән, донъя буйлап гастролдәрҙә йөрөгән пианист Тимур Мөстәҡимов сығышы менән Татарстандың Түбәнге Кама ҡалаһынан, Ҡазан консерваторияһын тамамлаған. Ул симфоник оркестр менән берлектә Чайковскийҙың Беренсе фортепьяно концертын уйнаясаҡ.
Оркестрҙың баш дирижеры Дмитрий Крюковтың һүҙҙәре буйынса, ижади төркөм Башҡортостандың бәләкәй ҡалалары буйлап концерт биреүҙе "йолаға" әйләндерергә йыйына. “Был коллективтың төп эше булып та тора. Өфөлә йәшәүселәр теләгән мәлдә оркестрҙы тыңлай ала, ә башҡа ҡалаларҙа бындай сығыштарҙы йыл буйы ла көтөп ала алмауҙары ихтимал”, – тине ул. Ҡышҡы фестиваль сиктәрендә симфоник оркестр 17 декабрҙә Стәрлетамаҡ ҡалаһында сығыш яһаясаҡ.
Фестивалде ябыу тантанаһы ла юғары кимәлдә үтәсәк, унда Рәсәйҙең халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы Овчинников сығыш яһаясаҡ. Сара Өфөлә генә түгел, Бәләбәй ҡалаһында ла планлаштырылған.
Чайковскийҙың Беренсе фортепьяно концертынан тыш, Башҡортостандың милли симфоник оркестры тағы ла бер мәҙәни шедеврҙы – Рахманиновтың Икенсе фортепьяно концертын тәҡдим итәсәк.
#ВладимирПутин#миллипроект#национальныйпроект