Кисә Асҡын 2-се мәктәбенең VI А класында “Ер шарын нисек сүп-сарҙан һаҡларға?” тигән кластан тыш сара үтә. Район клуб-китапхана системаһының балалар һәм үҫмерҙәр менән эшләү буйынса методисы Земфира Сәлимгәрәева уҡыусыларға “Сүп-сар реформаһы” тураһында һөйләп, тәбиғәтте һаҡлау, сүп-сарҙы махсус урындарға ташлау тураһында фәһемле кәңәштәрен еткерә.
Алтынсылар бик әүҙем, белемле, мәғлүмәтле булып сыҡты. Мин әҙерләгән викторина һорауҙарына кемуҙарҙан яуап биреп, мусор реформаһы нисек районыбыҙҙа тормошҡа ашырылыуын үҙҙәренең миҫалында һөйләп тә бирҙе. Конкурс һәм уйындарҙа ла әүҙем ҡатнашып, үҙҙәрен ышаныслы һәм ҡыйыу тотто. Афарин, алтынсылар! — тине Земфира Сәлимгәрәева.