Йәнтөйәк
-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Декабрь 2019, 11:05

Ҡытайға башҡорт оно кәрәкме?

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам” милли проекты Башҡортостанда үҙ эсенә биш төбәк проектын ала һәм уларҙы финанслау өсөн ҡаҙнанан 4 782 миллион һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Бөгөн республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты үткәргән кәңәшмә эшҡыуарлыҡтың мөһим йүнәлешенә – экспортҡа продукция етештереүҙе арттырыуға йүнәлтелгәйне. Эшҡыуарҙар алдында Дәүләт комитеты етәксеһе Руслан Мирсаяпов, республиканың сәнәғәт һәм энергетика министры Александр Шельдяев, ауыл хужалығы министры урынбаҫары Юрий Лысов һәм башҡалар сығыш яһаны, кәңәшмәгә килгәндәрҙең һорауҙарына яуап бирҙе.
– Рәсәйҙең ауыл хужалығы тармағы һуңғы йылдарҙа экспорт күләмен ике тапҡырға арттырҙы, – тине үҙенең сығышында “Рәсәй тимер юлдары. Логистика” акционерҙар йәмғиәте директоры урынбаҫары Сергей Миназов. – Уның төрлө мөмкинлектәрен һәм йүнәлештәрен ҡулланыу ҙа киңәйә. Күптән түгел, мәҫәлән, беҙ Рязань ҡалаһы станцияһынан Ҡытайға 41 вагон он тейәп оҙаттыҡ. Башҡортостанға бының ни ҡыҫылышы бар тиһегеҙме? Һеҙ тап ошо юлда урынлашҡанһығыҙ һәм “Агроэкспресс”ҡа өҫтәмә вагондар таҡтырып ебәрә алаһығыҙ. Черниковка станцияһында ундай техник мөмкинлек бар.
Автор: Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: