Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2019, 11:20

Германиянан һыйырҙар килде

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Учалы районының "Байрамғол" агрофирмаһы һөтсөлөк комплексы ошо көндәрҙә сит илдән килтерелгән малдар менән тулыланды. Хужалыҡҡа Германиянан 476 баш голштин-фриз тоҡомло таналар ҡайтарылды. Уларҙы махсус йыһазландырылған автомобилдәрҙә килтергәндәр.
“Оҙайлы юлды бәлә-ҡазаһыҙ, яҡшы ғына үттеләр, иҫән-һау быҙаулап, күпләп һөт бирә башлаһындар инде”, - тигән теләктәрен белдерә хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре.
Әйткәндәй, "Байрамғол" агрофирмаһы был тоҡомло һыйырҙарҙы беренсе тапҡыр алмай. "Голштин"дар йылына уртаса 8 мең килограмм һөт бирә, Уралдың ҡаты һыуыҡтарына ла бирешмәй.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: Учалы хакимиәте сайтынан.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: