"Мәғариф" милли проекты бурыстарына ярашлы, “Башҡортостандың 100 йыллығына – 100 объект” программаһы буйынса әле Борай ауылында өр-яңы балалар баҡсаһы төҙөлә.
Унда төп эштәр тамамланған, эстәге биҙәү-буяу, йыһазландырыу мәшәҡәттәрен теүәлләйһе бар.
“Йәйғор” тип аталған баҡса барлыҡ заман талаптарына тап килә, 95 урынға иҫәпләнгән. Элек был урында 2-се балалар баҡсаһы булған. Әлеге төҙөлөш өсөн 98 миллион һум аҡса тотонолған.