Йәнтөйәк
+3 °С
Болотло
АнтитеррорЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Ноябрь 2019, 11:18

“Беҙҙең футбол уйнарға ла форсат бар”

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Баҡалы районы үҙәк дауаханаһының баш табибы Руслан Гәрәев саҡ ҡына утыҙҙы уҙған. Шул тиклем яуаплы эшкә нисек тотонорға баҙнат иткән йәш етәксе?
- Мине оло вазифа йөкмәгәнем өсөн түгел, ә хирург булараҡ күрһәткән хеҙмәтем өсөн хөрмәт итә баҡалылар. Йәш етәксегә ярҙам йөҙөнән өр-яңы тәүге “ашығыс ярҙам” машиналарын тап беҙҙең районға ебәреүҙәре, иғтибарҙары өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығына, Хөкүмәткә рәхмәт! Милли проектҡа ярашлы, заманса ҡорамалдар алдыҡ. Оҙаҡламай рентген, ЭКГ аппараттарыбыҙ буласаҡ. Тағы ла варикоз операцияларын яһарға лицензия алыуыбыҙ өсөн ғорурлыҡ кисерәм.
Бер ФАП та буш тормай, “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса йәштәр эшкә килде, Себер тарафтарынан ҡайтыусылар ҙа бар. Тағы бер шатлығыбыҙ: быйыл беҙҙең дауаханала туҡһандан ашыу сабый донъяға килде, барыһы ла иҫән-һау, бәхетһеҙлек осраҡтары юҡ.
Йәштәребеҙ күп, хатта буш ваҡытта футбол уйнарға ла форсат бар, - ти Руслан Рәлиф улы.
Читайте нас: