Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2019, 06:14

Краснокамалар нимәгә шатлана?

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙа төрлө төбәк программалары уңышлы эшләй. Улар араһында “Башҡорт ихаталары”н һәр урында халыҡ дәррәү хупланы.
"Бөгөн балаларҙы урамдан өйгә лә ҡайтарып булмай, хәҙер уларға интернет та кәрәкмәй, телевизорҙы ла һирәк кенә тоҡандырабыҙ. Рәхәтләнеп, яңы, заманса балалар майҙансығында уйнайҙар", – тип ҡыуана, мәҫәлән, Краснокама районы Николо-Березовка ауылының Юл урамы, 40 һәм 40/1 адресы буйынса урынлашҡан йорттарында йәшәүсе ата-әсәләр.
Краснокама районында "Башҡорт ихаталары" программаһына ярашлы йорт алды биләмәләрен комплекслы төҙөкләндереү буйынса маҡсатлы эш алып барыла. Юл урамы, 40 һәм 40/1 адрестары буйынса урынлашҡан йорттарҙа йәшәүселәр был проектты тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнашҡан. Төҙөкләндереү эштәренә, мәҫәлән, дүрт миллион һум аҡса тотонолоп, был сумманың бер өлөшөн ошо йорттарҙа йәшәүселәр индерһә, күпселеге – республика һәм муниципалитет бюджеттарынан.
Бөгөн йорт алдары күҙгә күренеп матурайған, һәр ерҙә таҙалыҡ, бөхтәлек хөкөм һөрә. Сүп-сар һауыттары яңыртылып, уңайлы эскәмйәләр урынлаштырылған. Әле асфальт йәйелгән урамдарҙан, тротуарҙарҙан аяҡ кейемен дә бысратмай ғына үтергә була.
Автомобилселәр ҙә иркен тын алған: хәҙер ихатаға бер ниндәй проблемаһыҙ, тип-тигеҙ асфальт юлдар аша инергә мөмкин. Машинаны ҡайҙа ҡуйырға тип баш ватырға кәрәкмәй: ике йорт өсөн элекке ун машина урынына бөгөн 40 автомобиль һыйҙырышлы туҡталҡа барлыҡҡа килгән. Төҙөкләндереү эштәрен "Инфодорстрой" йәмғиәте башҡарған.
Балалар майҙансығы ихатаның биҙәге. Унда бөтә шарттар булдырылған, заманса уйын комплекстары сабыйҙарҙың зауығына яуап бирә. Етмәһә, тирә-яғы ҡоймалар менән уратылған. Проектҡа ярашлы, был йорттарҙа элекке лампаларҙы замансаға алмаштырғандар. Видеокүҙәтеү урынлаштырылып, яҙмаларҙы "Мой умный дом" ҡушымтаһы ярҙамында кеҫә телефоны аша ҡарарға була.
Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты дүрт федераль проектты үҙ эсенә ала: “Ипотека”, “Торлаҡ”, “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”. Улар нигеҙендә республикала төбәк программалары тормошҡа ашырыла.
Автор: Самат ҒӘЛИН.
Читайте нас: