Йәнтөйәк
+4 °С
Ясно
Антитеррор
Милли проекттар
17 Октября 2019, 00:46

Төбәктәрҙә милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостанБашҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет президиумы ултырышында ҡатнашты.

Добавить в предпочтительные источники Google
Сараны видеоконференция форматында ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ултырышта Рәсәй субъекттарында “Һаулыҡ һаҡлау”, һәм “Демография” милли проекттарын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.
“Улар – халыҡ өсөн иң мөһим проекттар, – тип билдәләне Дмитрий Медведев. – Был балалар баҡсалары проблемаһы ла, сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге лә”.
Демография өлкәһенең торошо тураһында һөйләгәндә Премьер-министр балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу мәсьәләһенең һаман да көнүҙәктә тороуын билдәләне. Быйыл илдә 25 мең урын булдырылған – планлы күрһәткестән күпкә аҙ. Йәнә бер ярҙам сараһы – ата-әсә өсөн ташламалы ипотека – шулай уҡ тейешле кимәлдә тормошҡа ашырылмай.
Һаулыҡ һаҡлауҙың төп мәсьәләләре араһында Дмитрий Медведев инфаркттан, инсульттан һәм башҡа ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем осраҡтарының кәмеүен, шулай уҡ ҙур булмаған ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөүен ыңғай баһаланы.

Читайте нас