Субсидия Башҡортостанда теркәлгән һәм төбәк биләмәһенән сит илгә үҙе етештергән тауарҙы оҙатҡан бәләкәй һәм уртаса компанияларға республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Ошо көндәрҙә продукцияны экспортлау буйынса логистика сығымдарының бер өлөшөн Башҡортостан бюджетынан ҡаплауға субсидия алыусылар исемлеге тағы ла ике компания менән тулыланды. Улар – Белоруссияға цемент өҫтәмәләрен оҙатыу менән шөғөлләнгән “Цемент технологиялары” һәм Грузияға арыш оно сығарған “Агроэкспорт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре.
Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге төбәк предприятиеларын дәүләт ярҙамының ошо төрөнән файҙаланырға саҡыра. Әйткәндәй, субсидия 31 декабргә тиклем генә бирелә.
Автор: Лилиә Дәүләтбәкова