Йәнтөйәк
-1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Октябрь 2019, 06:31

Төбәктәрҙә милли проекттар нисек тормошҡа ашырыла?

#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Стратегик үҫеш һәм милли проекттар буйынса совет президиумы ултырышында ҡатнашты.
Сараны видеоконференция форматында ил Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведев үткәрҙе.
Ултырышта Рәсәй субъекттарында “Һаулыҡ һаҡлау”, һәм “Демография” милли проекттарын тормошҡа ашырыу барышы ҡаралды.
“Улар – халыҡ өсөн иң мөһим проекттар, – тип билдәләне Дмитрий Медведев. – Был балалар баҡсалары проблемаһы ла, сифатлы медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге лә”.
Демография өлкәһенең торошо тураһында һөйләгәндә Премьер-министр балалар баҡсаларында өҫтәмә урындар булдырыу мәсьәләһенең һаман да көнүҙәктә тороуын билдәләне. Быйыл илдә 25 мең урын булдырылған – планлы күрһәткестән күпкә аҙ. Йәнә бер ярҙам сараһы – ата-әсә өсөн ташламалы ипотека – шулай уҡ тейешле кимәлдә тормошҡа ашырылмай.
Һаулыҡ һаҡлауҙың төп мәсьәләләре араһында Дмитрий Медведев инфаркттан, инсульттан һәм башҡа ҡан әйләнеше сирҙәренән үлем осраҡтарының кәмеүен, шулай уҡ ҙур булмаған ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары төҙөлөүен ыңғай баһаланы.


Автор: [email protected]
Читайте нас: