Салауат үҙәк район дауаханаһында Республика кардиология үҙәге табиптары ҡатнашлығында семинар үтте. Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Семинарҙа бүлек мөдирҙәре, кардиологтар, терапевтар, дөйөм практика табиптары, патологоанатомдар, суд-медицина эксперттары ҡатнашты. Унда Республика кардиоүҙәгенең баш табибы Ирина Николаева сығыш яһаны. Доклад Салауат, Ҡыйғы, Балаҡатай, Мәсетле, Дыуан райондарында үлем осраҡтарын кәметеү резервы мәсьәләһенә арналды. Ирина Николаева шулай уҡ артериаль гипертонияны иҫкәртеү, диагностикалау, дауалауҙың заманса алымдары буйынса тәжрибә алымдары менән уртаҡлашты.
Көндөң икенсе яртыһында фельдшерҙар өсөн семинар үткәрелде, унда йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән яфаланғандарға ашығыс ярҙам күрһәтеү темаһы тәрән өйрәнелде, шулай уҡ практик күнекмәләр ойошторолдо.
Сарала өлкән быуынға һәм балаларға сәләмәтлек дәрестәре уҙғарылды. Уларҙа табиптар йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары хәүефенең факторҙары тураһында ентекле һөйләне.
Көн дауамында Малаяҙ үҙәк район дауаханаһында кардиоүҙәктән килгән кардиолог һәм йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы эшләне. Улар утыҙға яҡын пациентты ҡараны.
Кардиоүҙәк хеҙмәткәрҙәре шулай уҡ Яңы Ҡарталы фельдшер-акушерлыҡ пунктына методик ярҙам күрһәтте.
Сара “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы уҙғарылды. Ошондай уҡ семинарҙарҙы Өфө һәм Шишмә поликлиникаларында үткәреү планлаштырылған.
“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү”, “”Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренә ҡаршы көрәш”, “Онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш”, “Балалар һаулығын һаҡлауҙы үҫтереү”, “Һаулыҡ һаҡлау системаһы медицина учреждениеларын медицина белгестәре менән тәьмин итеү”, “Милли медицина тикшеренеүҙәр үҙәге селтәрҙәрен үҫтереү”, “Медицина хеҙмәттәре экспортын үҫтереү” федераль проекттарын үҙ эсенә ала.