Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
14 Октябрь 2019, 11:45

МӘҒАРИФ ҮҪЕШЕ ӨСӨН ШАРТТАР БУЛДЫРЫЛА

“Мәғариф” милли проекты социаль өлкәнең күп йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Билдәле булыуынса, был проектты тормошҡа ашырыуға 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 116 миллиард һумын тотоноу планлаштырылған, киләһе йылға күҙалланғаны – 132 миллиард һум. #национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проекты социаль өлкәнең күп йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Билдәле булыуынса, был проектты тормошҡа ашырыуға 747 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү ҡаралған. Быйыл был сумманың 116 миллиард һумын тотоноу планлаштырылған, киләһе йылға күҙалланғаны – 132 миллиард һум.


Башҡортостан Республика­һында ла “Мәғариф” милли проектын ғәмәлгә ашырыу тулы ҡеүәтенә алып барыла. Белем биреү системаһына ҡағылышлы бурыстарҙың иң мөһимдәренең береһе – 2025 йылға тиклем балаларҙы тулыһынса бер сменала уҡытыуға күсереү. Ғөмүмән, был юҫыҡта әле үк ҙур эштәр алып барыла: мәктәптәрҙең матди-техник базаһы яңыртыла, ҡала һәм ауылдарҙа яңы мәктәптәр төҙөлә, булғандары реконструкциялана.

Милли проект, йәш быуынға төплө белем биреү менән бер рәттән, балаларыбыҙҙы һәр яҡлап үҫешкән шәхес итеп тәрбиәләүгә лә яңы юлдар аса. Мәҫәлән, Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан 2020 – 2022 йылдарҙа проект сараларын тормошҡа ашырыу өсөн бүленгән гранттар иҫәбенә Башҡортостанда һанлы һәм гуманитар йүнәлешле 133 “Үҫеш нөктәһе”, туғыҙ “IT-куб” белем биреү, һөнәри әҙерлек, педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ камиллаштырыу, педагогтарҙың квалифика­цияһын, һөнәри оҫталығын баһалау үҙәктәре, өс “Кванториум” мобиль технопаркы булдырыласаҡ. Шулай уҡ беҙҙә йәштәрҙең һәм балаларҙың һәләттәрен, мөмкинлектәрен үҫтереү, уларға ярҙам итеү үҙәге төҙөләсәк.

“Мәғариф” милли проекты уҡытыу шарттарын да хәстәрләй. “Һәр урында үҫештең төп нигеҙе – уңайлылыҡ. Мәғариф тармағында ла был мөһим. Уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылһа, мәктәп матур, төҙөк, заманса булһа, улар, һис шикһеҙ, тырышып белем аласаҡ. Уҡытыу­сылар ҙа уңышлы хеҙмәткә ынты­ласаҡ”, – тине был хаҡта Башҡорт­остан Башлығы Радий Хәбиров. Республика етәксеһе райондарға эш сәфәрҙәре барышында ла муниципалитет етәкселәренә мәғариф учреждениеларының торошон яҡ­шыр­тыу йәһәтенән күрһәтмәләр бирә килә.

Яңы мәктәптәрҙең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыуҙы һигеҙ процентҡа тиклем кәметеүгә өлгәшелде, 1 сентябрҙән бөтә белем усаҡтары ла биш көнлөк уҡытыу аҙнаһына күсте. Мәктәп автобустары паркы 60 процентҡа яңыртылды. Туҡланыуҙы ойоштороуға, уның сифатын күтәреүгә иғтибар көсәйтелә.

Сентябрь айында ғына республикала 11 яңы мәктәп үҙ ишектәрен асты. Уларҙың икәүһе Өфөлә булһа, ҡалғандары – республика райондарында. Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаш­тырылған.

“Мәғариф” милли проекты бурыс­тарына ярашлы, “Башҡорт һанлы мәғарифы” тип аталған ҙур проект тормошҡа ашырыла башланы. Проекттың үҙенсәлеге шунда: юғары технологиялы ресурстар, юғары кимәлле педагогик кадрҙар менән тәьмин итеү, иң яҡшы дәрестәр эшләү иҫәбенә һәр ҡатнашыусыны үҫтереү, сифатлы белем биреү мөмкинлеге асыла. “Был проект етәксенең, уҡытыу­сының, уҡыусы­ларҙың яңы компетенцияларға сығыуын тәьмин итә. Баланың уңышы белем биреү стандартына, остаздарының заманса һөҙөмтәле эшенә бәйле”, – тип билдәләй Һанлы белем биреү фонды белгестәре.


Ғөмүмән, бөгөн мәғарифтың заман менән бергә атлауына ҙур иғтибар бүленә. “2021 йыл аҙағына Рәсәйҙең бөтә мәктәптәре лә селтәргә тоташыу ғына түгел, ә юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителергә тейеш”, – тип билдәләгәйне Рәсәй Президенты.

Милли проект туған телдәрҙе, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булған башҡорт телен үҫтереүгә лә яңы мөмкинлектәр асыуы менән ҡиммәт. Мәҫәлән, быйыл апрель айында үткән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының I Бөтә Рәсәй съезында тел өйрәнеү йүнәлешендә ҡеүәтле үҙәк ролен үтәйәсәк лингвистик гимназиялар булдырыу башланғысы хаҡында әйтелгәйне. 2024 йылға тиклем ошо юҫыҡтағы 12 мәктәп асыу күҙаллана.

Читайте нас: