Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Октябрь 2019, 23:28

Гран-при – Башҡортостанда!

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Мәскәүҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы ойошторолған "Алтын көҙ-2019" агросәнәғәт күргәҙмәһе үҙ эшен тамамланы.


Рәсәйҙең төрлө төбәктәре һәм сит илдәр вәкилдәре ҡатнашҡан сарала Башҡортостан ауыл хужалығын һанлаштырыу буйынса ла бай тәжрибәһен, ғилми асыштарын күрһәтте. Башҡорт предприятиелары үҙҙәре етештергән тәбиғи, файҙалы аҙыҡ төрҙәре менән ҡыуандырҙы. Бал һәм унан етештерелгән продукцияны, хәләл йылҡы, һыйыр, һарыҡ, тауыҡ иттәре, ҡаҡланған ҡаҙ, башҡорт сыры һәм башҡа бихисап һыйҙар барыһының да күңеленә хуш килде.


Йыйындың эшлекле өлөшө программаһы ла тығыҙ булды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов тарафынан үткәрелгән осрашыуҙар, килешеүҙәр, үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр тиҙҙән, һис шикһеҙ, үҙ һөҙөмтәһен бирер.


Башҡортостан аграрийҙары төрлө конкурстарҙа әүҙем ҡатнашты. Фермерҙар, ауыл хужалығы кооперативтары етәкселәре, бал етештереүселәр юғары бүләктәргә лайыҡ булды. Шулай ҙа йыйындың төп яңылығы шул: Башҡортостан ил төбәктәре араһында "Алтын көҙ-2019" күргәҙмәһенең гран-приһына лайыҡ булды! Ҡотлайбыҙ!


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.


Читайте нас в