Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
12 Октябрь 2019, 20:58

Халыҡ-ара бәйләнештәр нығый

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Минск ҡалаһында XXIV Белоруссия энергетика һәм экология форумы, "Oil&Gas Technologies" махсуслашҡан күргәҙмәһе уңышлы дауам итә. Сара "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


16 илдән 300-ҙән ашыу сит ил компанияларын берләштергән йыйында республикабыҙҙан алты ойошма ҡатнаша. Улар – "ЦОДТ "Семигорье", "ИК "Квантор", "ВНИИГИС-ЗТК", "Новтек новые технологии", "Эликом", "Инновации в бурении" йәмғиәттәре.


Башҡортостан әҙерләгән экспозициялар менән Беларусь Республикаһының энергетика министры Виктор Каранкевич һәм Рәсәйҙең бындағы сауҙа вәкиле Юрий Золотарев танышып, республика сәнәғәте мөмкинлегенә юғары баһа бирҙе.


Алда әйтелгәнсә, Башҡортостан компанияларының был сарала ҡатнашыуы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектының "Башҡортостанда экспорт үҫеше" төбәк проектын тормошҡа ашырыу программаларына ярашлы ойошторола.




Читайте нас: