Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Октябрь 2019, 05:58

Үҙебеҙҙең һөт аҙыҡтары – сауҙа үҙәктәрендә

#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Билдәле булыуынса, быйыл июлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы рәсми эшләй башланы. Был ғәмәл “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров уға тиклем халыҡҡа “һөт кухнялары кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Был эштең балалар сәләмәтлеге, йәмғиәт именлеге, демографияны арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоуын билдәләне төбәк етәксеһе. Һөҙөмтәлә халыҡ тәҡдимде хуплап ҡаршы алды һәм Стәрлетамаҡта тәүге һөт кухняһы асылды.


Уның хеҙмәттәре менән тәүҙә ташламаға хоҡуҡлылар, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр файҙаланһа, хәҙер – барлыҡ теләүселәр. Һөт фабрика-кухняһы продукциялары күптән түгел сауҙа үҙәктәренә лә сығарыла башланы. Уларҙы Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары магазиндарында алырға мөмкин.


Продукция түбәндәге һатыу үҙәктәренә сығарыла: “Стерх” сауҙа йорто (Стәрлетамаҡ), “Айсберг” магазиндары (Мәләүез), “МШКОП” йәмғиәте (Күмертау) һәм “Ярмарка” магазиндары (Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай, Мәләүез, Күмертау ҡалалары).


Бөгөнгә мәғлүмәттәргә килгәндә, ғөмүмән, 46 сауҙа урынында республикала етештерелгән ошо юғары сифатлы һөт продукцияһын алырға мөмкин. Планда – географияны киңәйтеү, үҙебеҙҙең аҙыҡ-түлекте барлыҡ Башҡортостанға таратыу.


Билдәле булыуынса, “Демография” милли проекты биш федераль проектты үҙ эсенә ала: “Балалары тыуған ғаиләләргә финанс ярҙам”, Ҡатындарҙың мәшғүллегенә булышлыҡ – өс йәшкә тиклемге балаларға мәктәпкәсә белем биреү шарттары булдырыу”, “Өлкән быуын”, “Йәмғиәт һаулығын нығытыу”, “Спорт – йәшәү нормаһы”.

Читайте нас в