“Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы, быйыл октябрь-ноябрь айҙарында Рәсәйҙең 14 төбәгенән 1400-гә яҡын мәктәп PISA стандарттары буйынса белем биреүҙең сифатын тикшереүҙә ҡатнаша.
Был хаҡта “Заманса мәктәп” федераль проекты сиктәрендә халыҡ-ара тәжрибә нигеҙендә уҡытыуҙың сифатын баһалау” тип аталған “түңәрәк өҫтәл”дә Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт етәксеһе урынбаҫары Анзор Музаев белдерҙе.
PISA – белем биреүҙәге ҡаҙаныштарҙы баһалау буйынса ҡеүәтле халыҡ-ара программа. Ул Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы ярҙамында тормошҡа ашырыла. Тикшереүҙәр өс йылға бер тапҡыр бөтә донъя буйынса 15 йәшлек уҡыусылар араһында үткәрелә. Уларҙың математиканан, тәбиғи фәндәрҙән белеме, уҡыуҙағы грамоталылығы ҡарала. Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһының “Мәктәптәр өсөн PISA” эшләнмәһе тикшереүҙе төрлө яҡлы алып барыу мөмкинлеген бирә.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проектының төп маҡсаттарының береһе – Рәсәй 224 йылға дөйөм белем биреүҙең сифаты буйынса донъялағы иң алдынғы ун ил иҫәбенә инергә тейеш. Был кимәл PISA, PIRLS һәм TIMSS халыҡ-ара тикшеренеү һөҙөмтәләре нигеҙендә билдәләнәсәк. Шуның өсөн дә Рәсәйҙәге мәғариф тармағы торошо ошо стандарттар буйынса йыл да ҡаралып, контролдә тотоласаҡ.
Тикшереү илдең 14 пилот төбәгендә 2019 йылдың аҙағынан 2020 йылдың башына тиклем үткәрелә. Башҡортостандан унда ете белем биреү ойошмаһынан 283 уҡыусы ҡатнаша. Был мәғариф учреждениелары – Салауат индустриаль колледжы, Ейәнсура районының Башҡорт Үргене, Әбйәлил районының Сиҙәм, Ҡалтасы районының Краснохолм ауылдары мәктәптәре, Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияһы, Октябрьский ҡалаһының 15-се мәктәбе, Өфөнөң 62-се лицейы.
PISA стандарттары буйынса тикшереү төбәк мәктәптәренә үҙҙәрен халыҡ-ара шкала буйынса баһалау мөмкинлеген бирә. Уларҙы һайлап алыуҙы Иҡтисади хеҙмәттәшлек һәм үҫеш ойошмаһы белгестәре үткәрә.
Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.