Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
7 Октябрь 2019, 13:59

“Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә спорт объекттары төҙөлә

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыбашкортостан#регпроектыбашкортостан

Бөгөнгө көндә Башҡортостанда 12 меңгә яҡын спорт ҡоролмаһы бар. Шул ук ваҡытта яҡын арала уларҙың һаны артасаҡ, тип хәбәр итә төбәктең Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығының мәғлүмәт хеҙмәте.
Эре ҡала һәм күп функциялы ауыл спорт объекттарын төҙөү “Демография” милли проектының “Спорт – тормош нормаһы” төбәк проекты сиктәрендә планлаштырылған һәм башҡарыла. Ведомство мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл аҙағына тиклем 13 яңы спорт комплексы сафҡа индереләсәк. Уҙған йылда улар һаны бишәү ине.
Төбәк проектының икенсе төп күрһәткесе физик культура һәм спорт менән даими шөғөлләнеүсе халыҡ өлөшөнөң артыуы булырға тейеш. 2024 йылға улар һаны 55 процентҡа етергә тейеш, тип планлаштырыла. Бөгөнгә республика буйынса был күрһәткес 43 проценттан әҙ генә артығыраҡ.
Министрлыҡта уңай динамикаға халыҡты мотивациялау, бар кимәлдәрҙә лә спорт-күләмле эштәрҙе әүҙемләштереү менән ирешергә мөмкин, тип иҫәпләйҙәр. Йәштәрҙе Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” (ГТО) физкультура-спорт комплексы нормативтарын үтәүгә йәлеп итеүгә, шулай уҡ спорт резервын әҙерләүгә, спорт инфраструктураһын үҫтереүгә ҙур иғтибар бүленә.
“Спорт – тормош нормаһы” төбәк проектын финанслау күләме 2019 йылда 319,8 млн һум тәшкил итә. Шуларҙың 195,8 млн һумы – федераль аҡсалар, 124 млн һумы - республиканыҡы.
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас: