Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
2 Октябрь 2019, 10:54

Һаулыҡ барыһына ла кәрәк

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең шәхси сәхифәһендә балалар поликлиникаһын төҙөү, яңыртыу хаҡында фекере менән уртаҡлашты.


– Октябрьскийҙа поликлиниканы яңыса ремонтлайбыҙ. Балалар учреждениелары сағыу булып, алыҫтан күренеп тороуын теләйбеҙ, ә, ғәҙәттәгесә, казармалар һымаҡ түгел. Дауаханалар ҙа кешегә яҡын булырға тейеш.


2024 йылға, "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектына ярашлы, Республика кардиоүҙәге, Балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге, Затонда күп функциялы дауахана комплексы, Бөрөлә һәм Ишембайҙа бала табыу йорттары, республика буйынса 12 поликлиника, 20 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөргә уйлайбыҙ. Авария хәлендәге 130 ФАП-ты 147 модулле ФАП-ҡа алмаштырасаҡбыҙ, – тине ул.


Автор: Лариса Абдуллина.
Читайте нас: