Ул Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы, Тышҡы бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Рәсәйҙең Өфөләге экспорт үҙәге, төбәктәге "Россельхознадзор" һәм Экспортҡа ярҙам үҙәге белгестәре ҡатнашлығында айына ике тапҡыр уҙғарыласаҡ.
Әйткәндәй, республиканың ауыл хужалығы аҙыҡтары Латвияға, Иранға, Ҡаҙағстанға, Төркиәгә, Сәғүд Ғәрәбстанына һәм башҡа илдәргә оҙатыла. Былтыр экспорт күләме, 2017 йылдан ике тапҡырға артып, 76,3 миллион доллар тәшкил иткән. Экспорттың яртыһы тиерлек иген булһа, сирек өлөшө – көнбағыш һәм рапс майы. Бынан тыш, сит илдәргә йомортҡа, бал, шәкәр, мал аҙығы оҙатылған.