Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 11:03

Клуб директорҙары нимә теләй?

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Бөгөн Өфөләге “Торатау” конгресс-холында клуб учреждениелары директорҙарының II Бөтә Рәсәй съезы асылды.


“Мәҙәниәт” милли проектының “Бәләкәй Ватан мәҙәниәте” проектына нигеҙләнеп үткәрелгән был сараны Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министрлыҡтары, “Грант” Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто һәм Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо.


Съезд делегаттары һәм ҡунаҡтары пленар ултырыш алдынан Ҡырмыҫҡалы мәҙәниәт һарайын һәм шул уҡ райондағы Шайморат ауыл мәҙәниәт йортон барып ҡараны.


Артабан “Торатау”ҙа улар Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары Ольга Ярилованың, Рәсәй Федерация Советы комитеты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрованың, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачевтың һәм башҡаларҙың сығыштарын тыңланы.


Сарала клуб учреждениеларының киләсәк эшмәкәрлеге тураһында һүҙ барҙы.


Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
Читайте нас: