Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 11:01

Борай эшҡыуары цех асмаҡсы

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты илебеҙҙең иҡтисади ҡеүәтен нығытырға, тимәк, халыҡтың тормош шарттарын яҡшыртырға тейеш.


Был ғәмәлгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.


Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.


Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла алға китешкә үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыу йолаға әйләнде тиерлек.


Билдәле булыуынса, был сара Хөкүмәттә генә түгел, район-ҡалалар хакимиәттәрендә лә үтә, күптәрҙең фекеренсә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.


26 сентябрҙә Борай районында хакимиәт башлығы Рөстәм Исхаҡов етәкселегендә үткән сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә уның урынбаҫарҙары, хакимиәттең структура бүлексәләре, киң мәғлүмәт саралары, райондың эшҡыуарҙар советы, мәшғүллек үҙәге вәкилдәре ҡатнашты.


Кәңәшмәлә корпус мебеле етештереү буйынса цех асыу мәсьәләһе ҡаралды. Ҡоролманы урынлаштырыу өсөн бина бар. Йыл аҙағына тиклем эшҡыуар уны ремонтларға, ике-өс ҙур станок алырға планлаштыра. Ҡорамалдың хаҡы юғары, шуға йүнсел төрлө программаларҙа ҡатнашыу мөмкинлеген ҡарай. Мебель цехында алты-ете кешегә эш урыны булдырыласаҡ.


Район етәксеһе Рөстәм Исхаҡов хакимиәттең структура бүлексәләренә был проектты тормошҡа ашырырға ярҙам күрһәтергә ҡушты.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: