Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Сентябрь 2019, 11:12

Беҙҙән алты еңеүсе!

#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин

Башҡортостандың алты балалар баҡсаһы 2020 йылға федераль бюджеттан грант отҡан. Ул грант ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ата-әсә тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, диагностик, консультатив ярҙам күрһәтеүҙе финанс яҡтан тәьмин итеү маҡсатында бирелә.


Барлығы Рәсәйҙә 164 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы был грантты отҡан, тип хәбәр итәләр республиканың Мәғариф министрлығынан. Был программа Владимир Путиндың май указдарына ярашлы “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.


Субсидия аҡсалары шулай уҡ мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар тыуҙырыуға, ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған балаларҙың ата-әсәһенә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы програмаһын тормошҡа ашырыуға йүнәлтеләсәк.

Конкурста еңеүсе тип баш ҡаланың 220-се, 97-се һәм 29-сы, Бөрө ҡалаһының 7-се, Өфө районы Булгаков ауылының “Семицветик” һәм ошо уҡ райондың Подымалово ауылының “Фантазия” исемле балалар баҡсалары табылды.


Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Автор: Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА.

Читайте нас: