Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
27 Сентябрь 2019, 11:14

Беҙҙекеләр – халыҡ-ара күргәҙмәлә

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Республикабыҙ WorldFood Moscow 28-се халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. Сара “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстарына ярашлы уҙғарыла.


Етештергән продукцияны үҙ ереңдә генә һатыу, тимәк, майҙан тарлығы үҫешкә бигүк этәргес бирмәүе ихтимал. Ә ситкә сығарыу, киңерәк таратыу эшеңә ҡарата яуаплылыҡты ла, сифатты ла арттырыу мөмкинлеген бирә. Өҫтәүенә үҙ төбәгеңде нығыраҡ танытыуға өлөш индерәһең. Ошо маҡсаттарҙы күҙ уңында тотоп, республикабыҙҙа һуңғы ваҡытта экспорт үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы алып барылған комплекслы эш үҙ һөҙөмтәләрен бирә лә инде.


Мәҫәлән, Ауыл хужалығы министрлығында үткәрелә башлаған “Экспорт сәғәте”н генә алғанда ла, ул тармаҡҡа яңы һулыш бирәсәк тип көтөлә. Сараның тәүге ултырышында эшсе төркөм төҙөлөп, уның составына ингән аграр ведомстволар, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты, Өфөләге Рәсәй экспорт үҙәге вәкилдәре төбәктә агросәнәғәт продукцияһы экспорты мәсьәләләре буйынса фекер алышып, өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙе, уртаҡ бурыстарҙы билдәләне.


WorldFood Moscow 28-се халыҡ-ара күргәҙмәһе Мәскәүҙә үтә. Унда милли проекттың “Башҡортостанда экспортты үҫтереү” төбәк проекты нигеҙендә республиканың бер нисә компанияһы ҡатнаша: “Башҡортостан үләндәре”, “Глобус”, “Тайра”, “Sweet Honey” йәмғиәттәре, “Белорет” кооперативы, “Laycy Queen” фабрикаһы. Башҡорт компаниялары үҙҙәре етештергән продукцияларҙы тәҡдим итте: фитосәйҙәр, дөгө майы, крем-бал, шулай уҡ кондитер изделиелары. Яңылар ҙа бар, мәҫәлән, салаттар эшләү, ҡыҙҙырыу, бешереү өсөн май-спрейҙар әҙерләнгән.


Күргәҙмәнең эшлекле программаһына ярашлы, беренсе көндә Башҡортостан предприятиелары сит ил селтәрҙәре һәм дистрибьютерҙары менән 20 самаһы осрашыу үткәрҙе, шул иҫәптә Берләшкән Ғәрәп Эмираттары, Ҡытай, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны, Төркиә вәкилдәре бар. “Laycy Queen” фабрикаһы продукцияһы айырыуса ҙур популярлыҡ менән файҙалана.


Күргәҙмә 27 сентябргә тиклем бара.


Сарала ҡатнашыусыларҙың бар сығымдары Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ үҙәге тарафынан финанслана. Ойошмалар үҙҙәренең вәкилдәренең командировка сығымдарын ғына ҡаплай.


Билдәле булыуынса, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: