Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2019, 11:02

Тағы өс предприятиеға – субсидия

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан#ВладимирПутин

Яҡын арала республикабыҙҙа тағы өс предприятие продукция экспорты буйынса логистик сығымдарҙың өлөшөн компенсациялауға субсидия аласаҡ. Был эш “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Төбәк продукттарының таралыу майҙанын киңәйтеүҙә, уларҙы күберәк һәм сифатлыраҡ етештереүгә этәргес биреүҙә “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектының өлөшө баһалап бөткөһөҙ буласаҡ тигән фекерҙә тармаҡ белгестәре. Республика етәксеһе Радий Хәбиров был йүнәлешкә айырыуса ҙур иғтибар бүлеп, етештереүселәрҙе төрлө яҡлап дәртләндереү, ҡеүәтләү бурысын ҡуйҙы.


Һөҙөмтәлә беҙҙә, мәҫәлән, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешенә ныҡлы иғтибар бирелә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларына. “Республикала эшмәкәрлеге экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания бар, уларҙың 650-һе – бәләкәй һәм урта предприятиелар, – тине бер сығышында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. – Әммә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙың хеҙмәт һөҙөмтәлелеге бигүк ҡәнәғәтләнерлек түгел – экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, тәүгеләренә иғтибарҙы арттырыу шарт”.


Өфөлә үткән “Экспортларға ваҡыт” халыҡ-ара форумы был йүнәлеште үҫтереүгә ҙур этәргес бирҙе, ти тармаҡ белгестәре. Alibaba электрон сауҙа майҙансығына республика етештереүселәре тауарҙарын урынлаштырыу ҙа, һис шикһеҙ, дөйөм маҡсатты тормошҡа ашырыуға үҙ өлөшөн индерәсәк. Билдәле булыуынса, Alibaba сауҙа майҙансығында Башҡортостандың электрон витринаһы быйыл июлдә булдырылды. Унда төбәгебеҙҙең төрлө тауарҙары бар.


“Иҫәпте ай һайын арттыра барасаҡбыҙ, сөнки был йүнәлештең мөмкинлектәре ҙур. Артабан Amazon, eBay һ.б. майҙансыҡтарға инәсәкбеҙ. Был республиканың онлайн-һатыу йүнәлешен үҫтереү буйынса системалы эш буласаҡ”, – тине Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ үҙәге директоры Илдус Хәлитов.


Ә яҡын арала продукция экспорты буйынса логистик сығымдарҙың өлөшөн компенсациялауға субсидия аласаҡ предприятиеларға әйләнеп ҡайтҡанда, улар – “Стройхимторг”, “Взрывгеосервис”, “ТрансТерминалЛес” йәмғиәттәре. Күптән түгел был компаниялар менән тейешле килешеүгә ҡул ҡуйылған.


“Бөгөнгә мәғлүмәттәр буйынса, дәүләт тарафынан финанс ярҙамды 21 экспортер-компания алды, – ти Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат секретары Илгизәр Санъяров. – Дөйөм сумма 13 миллион һумдан ашыу тәшкил итте”.


“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: