Премьер-министр урынбаҫары – торлаҡ коммуналь хужалыҡ министры вазифаларын башҡарыусы Борис Беляевтың сығышында әйтелеүенсә, 2019 йылда проектҡа ярашлы һыу менән тәьмин итеү өлкәһендә ике төҙөлөш объекты ҡаралған – Дәүләкән ҡалаһында эсәр һыуҙы таҙартыу системаһы; Өфө районының Ҡомлокүл, Яҡшиван, Горново, Ҡыҙылъяр, Карюгин, Тәжрибә хужалығы ауылдарында һыу йыйыу һәм һыу менән тәьмин итеү селтәре төҙөү.
Бынан тыш, кәңәшмәлә дүрт һыу менән тәьмин итеү объектын проектлау мәсьәләһе ҡаралды: Әлшәй районының Раевка, шулай уҡ Шишмә, Саҡмағош ауылдары өсөн һыу таҙартыу системалары булдырыу, Иглин ҡасабаһының Көньяҡ өлөшөн сифатлы һыу менән тәьмин итеү өсөн Келәш һыу йыйыу ҡоролмаһын, һыу үткәреү селтәрҙәрен реконструкциялау.
Проектлау быйыл 15 ноябрҙә тамамланырға тейеш. Төҙөлөш-монтаж эштәрен үтәү киләһе йылға планлаштырылған.
Борис Беляев билдәләүенсә, һанап үтелгән барлыҡ саралар “Таҙа һыу” төбәк проектында ҡаралған маҡсатлы күрһәткестәргә өлгәшеүгә йүнәлтелгән. Төҙөлөш һәм проектлау сроктары республика Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының ныҡлы контролендә.
Төбәк программаһының маҡсаты – халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеүҙе 2024 йылға тиклем 86,6 проценттан 92,5 процентҡа еткереү. Алты йылда был эште тормошҡа ашырыу өсөн 4 254,15 миллион һум йүнәлтеү ҡаралған, был сумманың 4 169,067 миллионы – федераль бюджеттан, 85,08 миллионы – республика ҡаҙнаһынан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/ta-a-yu-rayondar-y-kh-st-rl-y/