Йәнтөйәк
+1 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2019, 10:47

"Алексеевка" эшсәндәрен академияла көтәләр

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан“Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ” милли проектына ярашлы, Башҡортостан агросәнәғәт хеҙмәткәрҙәре яңынан уҡыу үтәсәк.

Билдәле булыуынса, республикала был милли проект ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, уға ярашлы 2024 йылға тиклем сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген утыҙ процентҡа арттырыу талабы ҡуйылды. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығында әйтеүҙәренсә, был проектҡа федераль үҙәктән 112,5 миллион һум бүленәсәк. Унда 196 предприятие ҡатнаша, 50-һе – быйыл уҡ.
“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында һөйләгәндә, күптәр үҙҙәрен күберәк эшләргә мәжбүр итәсәктәр, аҙаҡ ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Улай түгел. Асылда, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сығыштарының береһендә.
Хеҙмәткәрҙәрҙең белемен камиллаштырыу – ҡуйылған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Программала ҡатнашыу тураһында килешеүгә агросәнәғәт комплексына ҡараған 13 предприятие ҡул ҡуйған.
Араларынан бишеһе хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреүгә аҡса алған да инде – дөйөм сумма – 69,7 миллион һум. Улар – “Турбаҫлы бройлеры”, “Башҡорт” ҡошсолоҡ фабрикаһы, “Алексеевка” совхозы, Калинин исемендәге агросәнәғәт предприятиеһы, Мәсәғүт һөт-консерва комбинаты. Тағы ла дүрт агрофирма яҡын арала проектҡа ҡушылырға йыйына.
Әле предприятиелар белем биреү ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөй. Мәҫәлән, “Алексеевка” совхозында эшләгәндәрҙе Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында уҡытасаҡтар.
“Программаға ярашлы, беҙҙә үҙ квалификацияһын 500-гә яҡын кеше күтәрәсәк, – ти уҡыу йорто ректоры Илгиз Ҡәҙерғолов. – Улар – теплица, малсылыҡ комплексы, һөт эшкәртеү һәм икмәк етештереү цехтары һ.б. бүлексәләр хеҙмәткәрҙәре. Яңы белем етештереү процестарын камиллаштырыу, хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу мөмкинлеген бирәсәк. Шул уҡ ваҡытта һаҡсыл етештереү принциптарын индереүгә баҫым яһаласаҡ”.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн Башҡортостанға быйыл федераль бюджеттан 178 миллион аҡса бүленәсәк. Хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу программаһында республиканан 30-нан ашыу предприятие ҡатнаша. Планлаштырылғанса, 2019 йыл аҙағына был күрһәткес 50-гә етергә тейеш.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: