Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Сентябрь 2019, 10:54

Алға ҡарай ышаныслы аҙым

#национальныепроекты#нацпроекты#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостанРеспублика клиник онкология диспансерына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы ҡорамалдар алыу эше дауам итә.

Төбәгебеҙҙә халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.
Был күрһәтмәләр араһында онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш беренсе сиратта. Республика онкология диспансерына яңы заманса бина төҙөү, медицина учреждениеларына ҡорамалдар, дарыу препараттары алыуҙың күләмен арттырыу, пациенттарҙа ошо ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлаған медицина белгестәренә матди дәртләндереү сараһы булдырыу һ.б. ғәмәлдәр яман шешкә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.
Республика клиник онкология диспансерына алынған “СО2 лазер” ҡорамалы биотуҡымаға йоғонто яһауҙың киң спектрын тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк – яраны хирургик эшкәртеүҙән һәм санациянан алып резекцияға, электр менән дауалауға, тейешле урынды парлауға тиклем. Ғөмүмән, лазерлы хирургия комплексы табиптарға онкология сирҙәренә ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшеү мөмкинлеген бирәсәк.
Ошо көндәрҙә диспансерға шулай уҡ OPMI Vario 700 операция микроскопы алынды. Ул баш, муйын өлкәһенә операция яһағандан һуң дефекттарҙы яйға һалыу барышында микрохирургик анастомоздарҙы үтәү мөмкинлеген бирәсәк. Бүлек мөдире һүҙҙәренсә, операция микроскобы эштең сифатын һис шикһеҙ яҡшыртасаҡ.
Киләһе аҙнала СО2 лазерын ҡулланып, тәүге операция яһаласаҡ.
#ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/al-a-aray-yshanysly-a-ym/
Читайте нас: