Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Сентябрь 2019, 11:06

Федераль бюджеттан – 670 миллион һум

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфөнөң һәм Стәрлетамаҡтың тиҙ үҫешкән биҫтәләренә яңы юлдар һалынасаҡ.


“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыласаҡ эшкә федераль бюджеттан 670 миллион һум бүленгән. Был хаҡта Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов белдерҙе.


Республикабыҙҙа торлаҡ төҙөүгә, ҡала мөхитен яҡшыртыуға йүнәлтелгән саралар әүҙем тормошҡа ашырыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров эш башлағандың тәүге көндәренән үк был мәсьәләләрҙе ныҡлы иғтибарға алып, аныҡ бурыстар ҡуйҙы. Эш сәфәрҙәре барышында яңы биҫтәләрҙәге халыҡтың тәү сиратта юлһыҙлыҡтан ыҙалауы, шулай уҡ ҡалала йәшәүселәрҙең тормош шарттары ла (кварталдар эсендә юлдарҙың насар булыуы, подъездарҙың ҡарауһыҙлығы һ.б.) ҡәнәғәтләнерлек түгеллеге асыҡланды. Республика етәксеһенең күрһәтмәләренә ярашлы, был проблемалар эҙмә-эҙлекле яйға һалына бара.


Тиҙ үҫешкән биҫтәләргә әлеге федераль булышлыҡ сараһына килгәндә, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Артем Ковшов белдереүенсә, Рәсәйҙең Төҙөлөш министрлығы менән килешеү буйынса, быйыл республиканың киң төҙөлөш алып барылған урындарына ете юл һалыу өсөн федераль бюджеттан 670 миллион һум бүленгән. Уларҙың өсәүһе – Стәрлетамаҡта, дүртәүһе Өфөлә. Контракттар төҙөлгән, подрядсылар эшләй. Юлдарҙың алтыһы – быйыл, береһе киләһе йыл файҙаланыуға тапшырыласаҡ.


Проектта юл киҫелештәре, күперҙәре төҙөү ҡаралған, ә республика яңы микрорайондарҙы юлдар менән тәьмин итеү эштәрен финанслаясаҡ.


“Төҙөүселәр кварталдар эсендә юл һаласаҡ, шул уҡ ваҡытта йорттарҙың подъезына илткәндәр ҙә ҡаралырға тейеш – милли проект был мәсьәләне хәл итеү мөмкинлеген бирә”, – тине дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары.


Билдәле булыуынса, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” дүрт федераль проектты үҙ эсенә ала: “Торлаҡ”, “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү”, “Ипотека”, “Уңайлы ҡала мөхите формалаштырыу”. 2019 – 2024 йылдарға иҫәпләнгән проектта шулай уҡ 2020 йылға 120 миллион квадрат метрлыҡ торлаҡ төҙөү ҡарала. Финанслауҙың дөйөм күләме – 1 триллион һумдан ашыу.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: