Йәнтөйәк
-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
19 Сентябрь 2019, 11:01

Күр, сағыштыр, һайла!

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Мәғариф” милли проектында ҡуйылған бурыстар нигеҙендә Өфөнөң “ВДНХ-Экспо” күргәҙмә үҙәгендә ике көн “ProfФЕСТ” һөнәрҙәр фестивале бара.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров белем биреү өлкәһендә йәш быуындың һөнәри үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән шарттар булдырыуҙы төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙы. Тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә барыу маҡсатында ойошторолған “Мәғариф сәғәте”ндә лә был тема йыш күтәрелеп, осраған проблемалар хәл ителә килә, яңынан-яңы бурыстар өҫтәлә.


Әлеге фестиваль – дөйөм эштең бер өлөшө. Проект уҡыусыларға үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған өлкәләр менән танышыу мөмкинлеген бирҙе, бер майҙансыҡта һөнәрҙәрҙең киң спектры тәҡдим ителде. Ике көндә лә интерактив зоналарҙы ҡарарға мөмкин ине: тәбиғәт (ауыл хужалығы, умартасылыҡ. Урман сәнәғәте, ағас эшкәртеү, мебель етештереү); мәғлүмәт (логистика һәм ер транспорты, финанс секторы һәм иҡтисад, ИТ-сектор); техника (нефть химияһы, энергетика, авиация сәнәғәте, робот техникаһы, яңы материалдар һәм нанотехнологиялар, файҙалы ҡаҙылмаларҙы табыу һәм эшкәртеү, металлургия, төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ); кеше кеше өсөн (социаль өлкә, мәғариф, дәүләт хеҙмәте, хәүефһеҙлек, медицина); ижад (мәҙәниәт һәм сәнғәт, медиа һәм күңел асыу); кулинария.


Һәр зона тәрән өйрәнеү өсөн предметтар исемлеген тәҡдим итте, уҡыусылар профессионалдарҙан кәңәштәр алды, заман ҡорамалдары менән танышып, симуляторҙар ярҙамында махсус техникаға идара итеп ҡараны. Төрлө өлкәгә бәйле оҫталыҡ кластары уҙғарылды, майҙансыҡтарҙа диалог формаһында һөйләшеүҙәр алып барылды.


Уҡыусылар билдәләүенсә, бындай саралар һайлаясаҡ һөнәреңә генә түгел, ә компанияға ла яуаплы ҡарау мөһимлегенә инандыра. Фестиваль ата-әсә өсөн дә файҙалы.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Вероника Ниғмәтуллина фотоһы.
Читайте нас: