Йәнтөйәк
+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2019, 10:52

Транспорт хәрәкәте ваҡытлыса сикләнә

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты бурыстарына ярашлы атҡарылған эштәрҙең береһе – Өфөләге Кадомцевтар һәм Галле ҡалаһы урамдары араһындағы участканы ремонтлау бара.


Төҙөкләндереүҙе 30 сентябргә тиклем тамамлау планлаштырылған. Дүрт йөҙ метрға һуҙылған участкалағы эштең подрядсыһы – “Комстрой” йәмғиәте.


Билдәле булыуынса, республика етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошон айырым контролгә алыу мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән төрлө яҡлы бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур иғтибар бүлеүе арҡаһында тармаҡта, ысынлап та, һиҙелерлек уңыштар бар, һәм был йәһәттән эш өҙлөкһөҙ дауам итә. Республика кимәлендәге генә түгел, ә район-ара юлдарҙа ла тәртип урынлаштырыу урындарҙағы тормош кимәлен яҡшыртыуға үҙ өлөшөн индерә. “Юл эксперты” мобиль ҡушымтаһын булдырыу халыҡҡа был эштә яҡындан ҡатнашыу, үҙ фекерен белдереү мөмкинлеген бирҙе.


Әлеге ремонт барышында юлсылар иҫке асфальтты алып, яңыһын һала, бордюрҙарҙы алмаштыра, шулай уҡ урындағы тротуарҙарҙы төҙөкләндереү ҡаралған.


Әҙерлек эштәре һәм фрезерлау мәлендә был участканың яртыһында транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. Асфальт-бетон һалғанда юлды тулыһынса ябып торорға тура килә, тип хәбәр иттеләр Өфө ҡалаһы хакимиәтендә.


Йылы миҙгел аҙағына тиклем баш ҡалалағы 28 участка тәртипкә килтереләсәк, уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 47 саҡрымдан ашыу. Әлегә 18 объектта эш тамамланып тапшырылған.


Билдәле булыуынса, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты юл селтәрен яҡшы хәлгә килтереп, юл-транспорт ваҡиғалары ҡурҡынысын кәметеүгә йүнәлтелгән. “Милли проект халыҡтың именлеген, хәүефһеҙлеген һаҡлауға үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән бурыс ҡуйҙы дәүләт башлығы.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.



Читайте нас: