Йәнтөйәк
0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Сентябрь 2019, 10:49

"Мәғариф" ирекмәнлекте үҫтереү яҡлы

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 28-30 сентябрҙә “Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слеты үтә. Ул “Мәғариф” милли проекты бурыстарына ярашлы ойошторола.


Республикабыҙҙа ирекмәнлек хәрәкәтен үҫтереүгә һуңғы ваҡытта айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк власының төрлө яҡлап булышлыҡ ҡылыуы арҡаһында был йүнәлеш йылдам алға бара. “Беҙҙең Башҡортостанда оло йөрәкле кешеләр бихисап, – тине сығыштарының береһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Улар, үҙ-үҙен йәлләмәйенсә, башҡалар өсөн йәшәй. Беҙҙең бурыс – уларға ярҙам итеү һәм быны мотлаҡ эшләйәсәкбеҙ – планлы, эҙмә-эҙлекле рәүештә”.


“Башҡортостан ирекмәндәре дуҫтарын йыя” төбәк-ара слеты – ошо бурыстың бер өлөшө. Унда ҡатнашыусыларҙы биш йүнәлеш (медиаволонтерҙар, “Ҡала реновациялары” проекты вәкилдәре, балалар менән эшләгән ирекмәндәр, волонтерлыҡ хәрәкәте тимлидерҙары, сараны ойоштороусылар) буйынса өс конкурс көнө көтә.


Форумда ҡатнашыусылар өсөн оҫталыҡ кластары, тренингтар, квестар, квиздар, нетворкинг-сессиялар, КВН, эшлекле уйындар уҙғарыла.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.

Автор: И. ҠОРМАНОВА.



Читайте нас: