"Мәғариф" милли проектына ярашлы, уҡыу йорттарына заманса белем һәм тәрбиә биреү алымдары әүҙем индерелә. Төп маҡсат - йәш быуынды төрлө яҡлап үҫтереү.
Бөгөн Бишбүләк районының Фәтих Кәрим исемендәге Айыт урта мәктәбендә булдыҡ.
Уҡыу йорто директоры урынбаҫары Гөлнара Мөхтәсипова һөйләүенсә, белем усағында 229 бала иҫәпләнә, Дүсән һәм Боголюбовка ауылдарында филиалдары бар.
Биш көнлөк уҡыуға күсеү ҙур мөмкинлектәр асҡан. Мәҫәлән, үткән шәмбе Бәләбәй ҡалаһына сәфәр ойошторғандар, киләсәктә буш көндө спортҡа арнарға уйлайҙар.
Бында “Үҫеш нөктәһе” үҙәгенең эше яҡшы көйләнгән, балаларға өҫтәмә белем биреү - уҡытыусыларҙың төп бурысы.
“Үҙәк өсөн кабинетты йыһазландырҙыҡ, кәрәк-яраҡ алдыҡ”, – ти Гөлнара Наил ҡыҙы.