Йәнтөйәк
-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
16 Сентябрь 2019, 11:00

14 сентябрҙән – Нуриман районында

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, Башҡортостанда “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы уңышлы дауам итә.


Беҙҙә халыҡ һаулығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында сирҙәрҙе иҫкәртеүгә ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы. Беҙҙә халыҡтың ауырыуға ныҡлап һабышмайынса табипҡа килмәүе, һөҙөмтәлә шәбәйеү мөмкинлеге аҙайыуы – иң киҫкен мәсьәләләрҙең береһе. Ошоно күҙ уңында тотоп ойошторолған “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһын халыҡ дәррәү хуплап ҡаршы алды.


Сарала күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, флюорографтар, маммографтар, Республика клиник дауаханаһының, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле ҡатнаша.


Быйыл апрелдән әлеге көнгә тиклем 84 меңдән ашыу кеше ҡаралған. Тикшереү барышында социаль әһәмиәттәге 7657 сир билдәләнгән, уларҙың 475-е – яман шеш булыу ихтималлығы, шәкәр диабетының – 678, артериаль ҡан баҫымы күтәрелеүҙең 6446 осрағы.


“Диагностика” мобиль модуле 14 сентябрҙән Нуриман районына юллана. 9-13 сентябрҙә стоматология поликлиникаһы модуле Саҡмағошта эшләне.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: