Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Сентябрь 2019, 10:00

Өфөлә – спорт фестивале

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Өфө спорттың милли һәм олимпияға ҡарамаған төрҙәре буйынса V Бөтә Рәсәй фестивален ҡабул итте. 11 сентябрҙә башланған сара 15-енә тиклем барасаҡ.


Билдәле булыуынса, ил Президенты Владимир Путин милли проекттар паспорттарына спортты үҫтереүгә, сәләмәт йәшәү рәүешен киң пропагандалауға йүнәлтелгән сараларҙы индереү бурысын ҡуйғайны. Был йөкләмә буйынса “Милли спорт төрҙәренә булышлыҡ ҡылыуға һәм уларҙы үҫтереүгә, шулай уҡ милли һәм олимпияға ҡарамаған спорт төрҙәре буйынса Бөтә Рәсәй фестивален даими нигеҙҙә ойоштороп үткәреүгә йүнәлтелгән өҫтәмә саралар ҡабул итеү тураһында”ғы ҡарар бар.


Республикабыҙҙа спортты, сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауға ҙур иғтибар бүленеүе билдәле, һуңғы ваҡытта был маҡсат айырыуса киң тормошҡа ашырыла. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың күрһәтмәләренә ярашлы, ҡалала ғына түгел, ауылдарҙа ла халыҡты спортҡа йәлеп итеү, был йәһәттән уңайлы шарттар булдырыу – өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһе. Радий Фәрит улы райондарға сәфәрҙәре барышында урындағы социаль объекттар эшмәкәрлегенә тәү сиратта иғтибар биреп, халыҡтың, йәш быуындың һәр яҡлап әүҙемлеген, үҫешен хәстәрләү бурысын ҡуя килә. Спорт менән шөғөлләнеүгә, сәләмәт йәшәү рәүешенә ынтылыш тәрбиәләү, бының өсөн шарттар булдырыу бөгөнгө властың төп йөкләмәләренең береһе булып ҡала.


Әлеге фестиваль – ошо бурыстарҙың бер өлөшө. Уның төп саралары Өфөнөң дүрт майҙансығында – “Олимп” бильярд клубында, “Приозерный” физкультура-һауыҡтырыу комплексында, “Салауат Юлаев” спорт һарайында, Спорт әҙерлеге үҙәгендә үтә. Ярыштарҙа илдең 23 субъектынан 500-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша.


Фестиваль программаһында ҡаралған спорт төрҙәре: акробатик рок-н-ролл, армрестлинг, бильярд, билбау көрәше, каратэ, гер күтәреү, милли көрәш, лапта, мас-рестлинг, самбо, бейеү спорты, тхэквондо, туп менән хоккей, шашка, канат тартыу һ.б. Шулай уҡ уҡ атыу, петанк, роллер спортын күрһәтеү ҙә ҡаралған.


Фестивалде тантаналы асыу бөгөн киске сәғәт 7-лә Спорт әҙерлеге үҙәгендә була. Ярыштарға инеү бушлай.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: