Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
10 Сентябрь 2019, 10:00

"Көн дә килергә әҙербеҙ!"

национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Кушнаренкола реконструкциянан һуң Советтар Союзы Геройы В.Д. Паширов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы асылды. Ошо уңайҙан район үҙәгендә ҙур байрам ойошторолоп, йөҙҙәрсә кеше йыйылды.


Был эш “Ҡала мөхите” республика проектына һәм йәмәғәт тыңлауҙары буйынса булдырылған “Заманса ҡала мөхите формалаштырыу” муниципаль программаһына ярашлы атҡарылды.


Реконструкцияның төҙөкләндереү буйынса сараларҙы үҙ эсенә алған беренсе этабы былтыр 1 сентябрҙә тамамланғайны. Ул ваҡытта ағастарҙы тигеҙләү, вертикаль планлаштырыу, юлдарҙы, майҙансыҡтарҙы асфальтлау, биләмәне йәшелләндереү, һыу менән тәьмин итеү кеүек эштәр башҡарылды.


Яңы тамамланған икенсе этапта иһә тротуар плитәһе һалыу, яңы ҡапҡалар ҡуйыу, хәүефһеҙлек сараларын ҡулланып балалар майҙансыҡтары төҙөү, эскәмйәләр, урналар, сәхнә урынлаштырыу, фонтанды ремонтлау бурыстары ғәмәлгә ашырылған. Шулай итеп, яңыртылған парк заманса һулыш алған.


“Был әле эштең башы ғына, – тип билдәләне сығышында район хакимиәте башлығы Руслан Ғизәтуллин. – Планда – 7-12 йәшлек балалар өсөн спорт майҙансыҡтары һ.б. объекттар төҙөү, һәм был паркка көсөбөҙҙө, аҡылыбыҙҙы, күңел йылыһын һалыуыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ”.


Кушнаренкола йәшәүсе Рушания Шаһапова әйтеүенсә, улар был көндө күптән көткән.

“Прк оҙаҡ йылдар ҡулланылмай торҙо, – ти ул. – Хәҙер инде танымаҫлыҡ булып үҙгәрҙе. Беҙ ҡыҙым менән бында көн дә килергә әҙербеҙ. Парк әле үк ҡала халҡының яратҡан урынына әйләнде”.


Байрам сағыу концерт программаһы, уйындар, ярыштар менән гөрләп үтте. Киске сәғәт 8-ҙә иһә район йәштәрен асыҡ һауала дискотека көтә.


Автор: И. ҠОРМАНОВА.
Читайте нас: