Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
9 Сентябрь 2019, 11:03

Диспансерға – “СО2 лазер”

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Республика клиник онкология диспансерына “СО2 лазер” ҡорамалы алынды. Был ғәмәл “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.


Төбәгебеҙҙә халыҡ сәләмәтлеген хәстәрләүгә йүнәлтелгән саралар араһында онкология сирҙәренә ҡаршы көрәшкә айырыуса ҙур иғтибар бүленгәне мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһында эш башлағандың тәүге көндәрендә үк медицина тармағының хеҙмәтләндереү кимәлен баһалап, етешһеҙлектәрҙе яйға һалыуҙы көн үҙәгендә торған төп проблемаларҙан башлау бурысын ҡуйҙы.


Был күрһәтмәләр араһында онкологик сирҙәргә ҡаршы көрәш беренсе сиратта. Республика онкология диспансерына яңы заманса бина төҙөү, медицина учреждениеларына ҡорамалдар, дарыу препараттары алыуҙың күләмен арттырыу, пациенттарҙа ошо ауырыуҙы тәүге стадияһында асыҡлаған медицина белгестәренә матди дәртләндереү сараһы булдырыу һ.б. ғәмәлдәр яман шешкә ҡаршы көрәшкә үҙ өлөшөн индерәсәк.


Республика клиник онкология диспансерына алынған “СО2 лазер” ҡорамалы биотуҡымаға йоғонто яһауҙың киң спектрын тәьмин итеү мөмкинлеген бирәсәк – яраны хирургик эшкәртеүҙән һәм санациянан алып резекцияға, электр менән дауалауға, тейешле урынды парлауға тиклем. Ғөмүмән, лазерлы хирургия комплексы табиптарға онкология сирҙәренә ҡаршы һөҙөмтәлерәк көрәшеү мөмкинлеген бирәсәк.


Билдәле булыуынса, Башҡортостанда күптән түгел “Сәләмәтлек поезы” тип аталған киң күләмле акця үтте. Унда 78 мең кеше тикшеренеү үткән. Һөҙөмтәлә туберкулездың – 14, яман шештең 40-тан ашыу осрағы теркәлгән, бер нисә мең пациент шәкәр диабеты диагнозы менән иҫәпкә ҡуйылған.


Был эштәрҙең барыһы ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: