Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
5 Сентябрь 2019, 10:54

“Беҙҙең төп бурыс – бизнесты алға этәреү”

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, Өфөнөң “Торатау” конгресс-холында “Минең бизнес” үҙәге асылды.


Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уның эшмәкәрлеге менән танышты. Үҙәк йүнселдәр өсөн берҙәм клиент офисы форматында хеҙмәт күрһәтә.


Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова әйтеүенсә, бында ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмаларҙы бер урынға туплаған проект офисы эшләйәсәк. Йүнселдәр берҙәм тәҙрә режимында объект төҙөлөшөнә, селтәрҙәргә тоташтырыуға рөхсәт ала аласаҡ. Әле үк финанс консультанттары үҙ эшен башлаған.


“Минең бизнес”ҡа мөрәжәғәт итеүсе һәр кем финанс ярҙам, планлаштырыу, маркетинг, мәғлүмәти, юридик булышлыҡ һ.б. мәсьәләләр буйынса белешмә алып ҡына ҡалмаясаҡ, ә улар өсөн уҡытыу ҙа ойоштороласаҡ. Мәҫәлән, яңы эш башлаған йүнселдәр ҡыҫҡа ваҡытлы белем биреү программаларын үтә, төрлө семинарҙарҙа, тренингтарҙа ҡатнаша ала.


Радий Хәбиров аралашыу ваҡытында билдәләүенсә, район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселәре бизнес менән бер тулҡында булырға, йүнселдәрҙең мәнфәғәттәрен яҡларға тейеш.


“Беҙҙең төп бурыс – бизнесты алға этәреү”, – тине төбәк етәксеһе.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: