Алдағы яҙмаларыбыҙҙа хәбәр итеүебеҙсә, июлдә Башҡортостандың Стәрлетамаҡ ҡалаһында һөт кухняһы рәсми эшләй башланы. Был ғәмәл “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылды.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров уға тиклем халыҡҡа “һөт кухнялары кәрәкме?” тигән һорау менән мөрәжәғәт иткәйне. Был эштең балалар сәләмәтлеге, йәмғиәт именлеге, демографияны арттырыу маҡсатын күҙ уңында тотоуын биләләне төбәк етәксеһе. Һөҙөмтәлә халыҡ тәҡдимде хуплап ҡаршы алды һәм Стәрлетамаҡта тәүге һөт кухняһы асылды.
Уның хеҙмәттәре менән тәүҙә ташламаға хоҡуҡлылар, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр файҙаланһа, хәҙер – барлыҡ теләүселәр. Салауат ҡалаһында ошо һөт кухняһының яңы пункты асылды. Стәрлетамаҡтан аҙыҡ-түлек алып килеү аҙнаһына ике тапҡыр атҡарыла. Продукция социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә үҫкән өс йәшкә тиклемге балаларға бирелә. Башҡа бар теләгәндәр иһә һатып алыу мөмкинлегенә эйә. Пункт ҡаланың Ленин урамы, 35 адресы буйынса урынлашҡан.
“Һөт кухняһы” вәкиле Марат Абдрахманов әйтеүенсә, Салауатта сентябрҙә ошондай йәнә бер пункт асыласаҡ. Тимәк, сифатлы ризыҡ тағы ла күберәк тараласаҡ.
Йыл аҙағынаса һөт кухнялары Белорет, Нефтекама, Сибай, Октябрьский ҡалаларында ла барлыҡҡа киләсәк тип көтөлә.