“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, бөгөн Туймазы ҡалаһында эшмәкәрлеге экспортҡа йүнәлтелгән компаниялар етәкселәре менән осрашыу ойошторола.
Һәр кемгә мәғлүм: төбәгебеҙҙә экспортты үҫтереү маҡсаты киңәйҙе. “Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды, – тип белдерҙе Өфөлә күптән түгел үткән “Экспортларға ваҡыт” халыҡ-ара форумындағы сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Төбәк проекттарына ярашлы, беҙ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләрҙе, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешен хәл итәбеҙ. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын”.
Радий Фәрит улы республикала экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт.
Туймазылағы бөгөнгө осрашыу – экспортты үҫтереүгә йүнәлтелгән бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Унда ошо ғәмәлде үтәүгә дәүләт ярҙамы саралары хаҡында мәғлүмәт бирелә, компанияларҙың экспорт эшмәкәрлеген артабан үҫтереү буйынса тәҡдимдәр туплана.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, “Башҡортостанда экспортты үҫтереү”, “Башҡортостанда экспорт хеҙмәттәрен үҫтереү” төбәк проекттарына ярашлы, әлеге экспортҡа йүнәлтелгән, шулай уҡ ошо йәһәттән эш башлаған компанияларға дәүләт финанс һәм финанс булмаған ярҙам алыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, логистик сығымдар өлөшөн субсидиялау; Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ үҙәге һәм “РЭЦ” йәмғиәтенең бушлай хеҙмәте: акселерация программалары, сит ил контрагентын эҙләү һәм тикшереү, контракт төҙөү процесын күҙәтә барыу, бизнес-ғәмәлдәр составында ҡатнашыу һ.б.
Билдәле булыуынса, милли проект үҙ эсенә биш федераль проектты ала: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлау”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспортты үҫтереүҙең системалы саралары”.