Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Август 2019, 10:59

Дыуандарға дарман өҫтәп

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан Республикабыҙҙа “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырылған эштәр араһында Дыуан районындағы төҙөлөш тә бар: унда тиҙҙән яңы Ауыл мәҙәниәт үҙәге сафҡа инәсәк.

Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров әлеге вазифаһына тотонғандың тәүге көндәрендә үк ауылдар яҙмышына ныҡлы иғтибар бүлә. Райондарға эш сәфәрҙәре барышында ул халыҡтың тормош-көнкүреше менән яҡындан танышып, аралашып, урындағы йәшәйеште йәнләндереү өсөн социаль объекттарҙың ни тиклем кәрәклеген даими раҫлап килә. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, медицина учреждениеһы һ.б. бар икән, кешеләр үҙ нигеҙҙәрен һыуытмай, тыуған еренә ерегеп йәшәйәсәк.


Ошо маҡсатта бик күп төҙөлөш, яңыртыу эштәре бара хәҙер. Милли проекттар – был йәһәттән айырыуса ҙур терәк.


Дыуандағы Ауыл мәҙәниәт үҙәге ике ҡатлы. Унда 300 кеше ултырышлы китапхана, балалар сәнғәт мәктәбе кластары, күргәҙмә залы, кинозал һ.б. булдырыу планлаштырылған.


“Халыҡ бик шат, яңы бина асылыуын түҙемһеҙлек менән көтә, – тип белдерҙе район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Алексей Свечников. – Һис шикһеҙ, мәҙәниәт усағы ауыл тормошон тағы ла сағыуыраҡ итәсәк, халыҡ төрлө сараларға күберәк йөрөй башлаясаҡ”.


Үҙәк йыл аҙағында асылыр тип көтөлә.


Билдәле булыуынса, “Мәҙәниәт” милли проекты өс бүлектән тора: “Мәҙәни мөхит”, “Ижади кешеләр” һәм “Һанлы мәҙәниәт”. Уға ярашлы республикала тормошҡа ашырылған “Мәҙәни мөхит” төбәк проектында ҡаралғанса, алты йылда беҙҙең ауылдарҙа 26 мәҙәни учреждение төҙөләсәк, берәү ремонтланасаҡ.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Фото: pravitelstvorb.ru
Читайте нас: