...Үткән аҙнала, Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Архангел районында эш сәфәрендә булып, урындағы ҡаҙаныштар менән бер рәттән, проблемаларҙы ла күҙ уңына алып ҡайтты.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарының бөтөнләй булмауы йәки булғандарының заман талаптарына яуап бирмәүе – көнүҙәк проблемаларҙың береһе, һәм ул республиканың төрлө төбәктәренә хас. Фәҡәт Архангел районын алғанда, әлеге ваҡытта унда һигеҙ ФАП яңыртыу талап итә. Тәүгеһе киләһе йылда уҡ Яңы Шишмә ауылында төҙөләсәк. Был турала эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.
Эш шунда: ауылдағы фельдшер-акушерлыҡ пункты алты тиҫтә йылдан ашыу элек төҙөлгән. Ауыл халҡының сәләмәтлеге һағында торған учреждениеға ошо йылдар эсендә ремонт яһалмаған, бүрәнә бина авария хәлендә, хатта ергә һеңә башлаған. Әйтеүҙәренсә, элегерәк медпункт менән бергә мәктәп тә эшләгән, тик уны япҡандар. Бинаның эсендә үҙе кеүек мөшкөл хәлдәге мейес тора, яҡһалар ҙа, йылы тиҙ генә таралып бөтә, бүлмәләр һәр саҡ һалҡын икән. Бында өс тиҫтә йылға яҡын фельдшер булып эшләгән Эльвира Ғәлиева ҡышҡы һалҡын көндәрҙә балаларҙы үҙ йортонда ҡабул итергә мәжбүр.
Республика етәксеһе Яңы Шишмә ауылындағы яңы ФАП-тың проектын быйыл уҡ төҙөргә, киләһе йылда ауыл халҡы өсөн яңы пункт асылырға тейеш, тип белдерҙе.
Фельдшер-акушерлыҡ пункттары темаһы аҙна башында республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә лә күтәрелде. Сара төбәктә “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектын тормошҡа ашырыу барышын тикшереүгә бағышланғайны.
Һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Максим Забелин, “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты күҙаллаған маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикала ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла, тип белдерҙе. Бының өсөн быйыл биш миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласағын билдәләп үтте, шуның 2,5 миллиарды – федераль ҡаҙнанан. Сафҡа инәсәк 376 миллион һумлыҡ (шуның 266,2 миллион һумы – федераль ҡаҙнанан) 27 фельдшер-акушерлыҡ пунктының яртыһы авария хәлендәге ФАП-тарҙы алмаштырасаҡ. Унан тыш, Республика адреслы инвестиция программаһы буйынса ағымдағы һәм киләһе йылда тағы ла 15 фельдшер-акушерлыҡ пункты төҙөү күҙаллана. Ә сауҙа ойоштороу һөҙөмтәһендә экономияланған аҡсалар тағы ла өҫтәмә биш ФАП-ҡа етәсәк. Республика етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров тәүге сиратта бөтөнләй емерек хәлдәге һәм шул сәбәпле эшләмәгән фельдшер-акушерлыҡ пункттарын алмаштырыу зарур, тип белдерҙе.
Был эштәр “Беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү системаһын үҫтереү” проекты сиктәрендә башҡарыла.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм онкология сирҙәре республикала ғына түгел, тотош илдә кешеләрҙең төп үлем сәбәптәре булып ҡала. Шуға ла “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектында был йүнәлешкә айырым иғтибар бүленгән, ошоға ярашлы төбәк проекттары ла уңышлы тормошҡа ашырыла.
Мәҫәлән, “Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә әлеге ваҡытта өс һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын ҡабаттан йыһазландырыу эштәре бара, атап әйткәндә, һүҙ төбәк ҡан тамырҙары үҙәге статусына эйә булған дауаханалар хаҡында бара. Бында магнит-резонанс, компьютер томографтары, иртә медицина реабилитацияһы өсөн ҡорамалдар, Белорет ҡалаһы дауаханаһына ангиограф һатып алынасаҡ, был маҡсатҡа 400 миллион һум аҡса тотоноласаҡ. Был сараларҙың барыһы ла кешеләр заман талабына ярашлы медицина ярҙамын йәшәгән урынынан йыраҡ китмәйенсә, ваҡытында алһын өсөн эшләнә.
“Онкология сирҙәре менән көрәш” проекты иһә дүрт һаулыҡ һаҡлау учреждениеһын заман талаптарына яраҡлаштырасаҡ, шул иҫәптән Республика онкология үҙәге 770 миллион һумлыҡ дөйөм суммаға яңыртыласаҡ.
Балалар һәм белгестәр – иғтибар үҙәгендә
Киләсәк быуындың сәләмәтлеге – илдең киләсәге. Шуға ла “Балалар һаулығын һаҡлау тармағын үҫтереү” төбәк проекты сиктәрендә һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыу дауам итә.
Туймазы һәм Дүртөйлө ҡалаларында ике балалар поликлиникаһы тиҙҙән сафҡа инһә, республиканың 22 балалар поликлиникаһында капиталь ремонт бөтөп бара. Унан тыш, балалар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына медицина ҡорамалдарын һатып алыу өсөн 326 миллион һумлыҡ 21 дәүләт контракты төҙөлгән. Ҡорамалдар тотҡарлыҡһыҙ, көн һайын тейешле урынына етә тора, тип белдерҙе Максим Забелин.
Кәңәшмә барышында Радий Хәбиров табиптар һәм шәфҡәт туташтары дефицитын бөтөрөү мәсьәләһе менән дә ҡыҙыҡһынды. Һаулыҡ һаҡлау ведомствоһы етәксеһе мәғлүмәттәре буйынса, августа был исемлек 241 белгескә артҡан. Шул иҫәптән “Ашығыс ярҙам” хеҙмәтенә 30 белгес эшкә килгән. Ыңғай динамика Ғафури, Дүртөйлө, Иглин, Ҡырмыҫҡалы райондарында һәм Туймазы ҡалаһында күҙәтелә. “Һаулыҡ һаҡлау тармағында берҙәм һанлы контур” проекты сиктәрендә 132 медицина учреждениеһын мәғлүмәт-коммуникация ҡорамалдары менән йыһазландырыу ҡаралған. Ғөмүмән, был сара тотош республика буйынса тормошҡа ашырыла, һаулыҡ һаҡлау тармағын мәғлүмәтләштереүгә федераль сараларҙы йәлеп итеү йәһәтенән Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе урында тора.
Әйткәндәй, күптән түгел беҙҙең баҫма ошо хаҡта ла хәбәр иткәйне: 30 ноябргә тиклем Башҡортостанда 389 фельдшер-акушерлыҡ пунктын интернетҡа тоташтырыу күҙаллана. Әле төбәктә 2071 ФАП-тың 25-е интернет селтәренән файҙалана. Өс йылда ауылдарҙағы ике меңдән ашыу һаулыҡ һаҡлау объекты интернет селтәренә тоташтырыласаҡ.
Кәңәшмәлә Радий Хәбиров баш ҡала һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыларынан торған күсмә медицина десанттары эшен ойошторорға ҡушты: Сибай миҫалындағы кеүек, улар республиканың проблемалы район һәм ҡалаларына барырға тейеш. Был сараның маҡсаты ябай: урындағы халыҡҡа юғары квалификациялы белгестәрҙән консультация алыу мөмкинлеген биреү, сирҙәрҙе иҫкәртеү.
Халыҡтың һаулығын хәстәрләп
...“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты хеҙмәткә һәләтле халыҡ араһында үлем осраҡтарын кәметеүҙе, кешеләрҙең сәләмәтлеген нығытыуҙы, медицина ойошмаларында белгестәргә ҡытлыҡты бөтөрөүҙе, граждандарға кәмендә йылына бер тапҡыр диспансерлаштырыу үткәреүҙе һәм башҡа ғәмәлдәрҙе маҡсат итеп ҡуя.
2019 – 2024 йылдарҙа Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 1,7 триллион һумдан ашыу сығым бүленһә, 2024 йылға тиклем Башҡортостанда был маҡсатҡа 15 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырыла. Сумманың 10 миллиард һумдан ашыуы федераль бюджеттан алынасаҡ тип күҙаллана.
Үрҙә телгә алғаныбыҙса, республикала “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының ете төбәк проекты тормошҡа ашырыла. Ҙур финанс һалыуҙары яңы объекттар төҙөүгә, медицина учреждениеларын төҙөкләндереүгә, заманса ҡоролмалар һатып алыуға, шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеүгә тотонола. Ғөмүмән, юғары квалификациялы белгестәр менән медицина хеҙмәтләндереүе сифаты туранан-тура бәйле. Шуға күрә был мәсьәлә – һәр саҡ республика етәкселегенең иғтибар үҙәгендә.
Автор: Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА