Был ғәмәлгә республикабыҙҙа айырыуса ҙур иғтибар бүленә. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров халыҡты эшҡыуарлыҡҡа яҡынайтыу, уларға үҙ кәсебен йәйелдереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү йәһәтенән аныҡ йүнәлештәр булдырыу бурысын ҡуйҙы, был күрһәтмә төрлө яҡлап эҙмә-эҙлекле тормошҡа ашырыла.
Билдәле булыуынса, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”. Был милли проектҡа ярашлы, Башҡортостанда төбәк проекттарының биш паспорты раҫланған.
Үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә, үҙаллы шөғөлгә тотонорға ҡарар иткәндәргә документ яғынан ярҙам итеү, аңлатыу эштәре ойоштороу маҡсатында Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы ла алға китешкә үҙ өлөшөн индерҙе. Төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың тәҡдиме буйынса аҙна һайын “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” уҙғарыу йолаға әйләнде тиерлек.
Билдәле булыуынса, был сара Хөкүмәттә генә түгел, район-ҡалалар хакимиәттәрендә лә үтә, күптәрҙең фекеренсә, ыңғай һөҙөмтә бирә. Барыһын да кәңәшләшеп, уртаҡ маҡсат ҡороп алып барыу власҡа ла, йүнселдәргә лә, халыҡҡа ла уңайлы, төбәк үҫеше өсөн дә отошло.
Был аҙнала ла урындарҙа йүнселдәр сираттағы “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”нә йыйылды. Мәҫәлән, Борай районы хакимиәтендә башлыҡ Рөстәм Исхаҡов етәкселегендә уҙған сарала бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекты сығымдары өлөшөн лизинг килешеүе буйынса ҡаплау рәүешендә финанс ярҙам күрһәтеү проекты хаҡында фекер алышынды. Хакимиәттең структура бүлексәләренә тейешле проекттарҙы тормошҡа ашырыуға бәйле күрһәтмәләр бирелде.
Фото Р.Ә. Исхаҡовтың сәхифәһенән.