Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
23 Август 2019, 10:47

Экспортерҙарға ярҙам – милли проекттың төп бурысы

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостанБашҡортостан предприятиелары Ҡаҙағстанда төҙөлөш темаһына бәйле үтәсәк “KazBuild-2019” күргәҙмәһенә барасаҡ. Был бизнес-ғәмәл “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы атҡарыла.

Билдәле булыуынса, республикабыҙҙа экспортты үҫтереүгә ныҡлы иғтибар бүленә башланы. Күптән түгел Өфөлә үткән “Экспортларға ваҡыт” халыҡ-ара форумы ғына ла – быға аныҡ дәлил.


“Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды, – тине мөһим саралағы сығышында республика етәксеһе Радий Хәбиров. – Төбәк проекттарына ярашлы, беҙ бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыуға буйынса мәсьәләләрҙе, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫешен хәл итәбеҙ. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын”.


Радий Фәрит улы республикала экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт.


Ҡаҙағстанда уҙасаҡ күргәҙмәлә ҡатнашыу – республика етәксеһе ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуҙың бер өлөшө. Сара 4-6 сентябрҙә Алматыла үтә. Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитетында әйтеүҙәренсә, республикабыҙҙы унда биш предприятие күрһәтәсәк: “Берҙәмлек Урал”, “Геолайн”, “Абсолют дек”, “Грайн” компанияһы”, “Уют Салауат” йәмғиәттәре. Улар төҙөлөш, биҙәү материалдарын етештереү һәм таратыу менән шөғөлләнә.


Сарала ҡатнашасаҡ предприятиелар хеҙмәткәрҙәре күргәҙмә программаһына ярашлы берҙәм эшмәкәрлек, В2В-һөйләшеүҙәр алып барыу, киң мөмкинлеккә эйә партнерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү бурысын билдәләне.


“Бизнес-ғәмәл “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты, “Башҡортостанда экспортты үҫтереү”, “Башҡортостанда экспорт хеҙмәттәрен үҫтереү” төбәк проекттарына ярашлы республикалағы Экспортҡа ярҙам үҙәге тарафынан ойошторола. Ул күргәҙмәгә бәйле бөтөн сығымдарҙы үҙ өҫтөнә аласаҡ”, – тинеләр дәүләт комитетында.


Экспортерҙарға ярҙам – әлеге милли проекттың төп бурыстарының береһе. Ул эшкәртеү сәнәғәте, ауыл хужалығы продукцияларының, эске тулайым аҙыҡ-түлек хеҙмәттәренең экспорт өлөшөн 20 процентҡа тиклем, шулай уҡ сеймал булмаған тауарҙарҙы экспортлау үҫешен 2024 йылға тиклем 250 миллиард долларға ҡәҙәр еткереү маҡсатына йүнәлтелгән.



Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Фото: images.kz.prom.st
Читайте нас: