Дауахананың баш табибы Эльза Сыртланова әйтеүенсә, универсаль сканер сирле кешене урынынан ҡуҙғатмайынса ультратауыш тикшереүе үткәреү мөмкинлеген бирә. Аппарат ярҙамында эске ағзаларҙы ҡарарға, эхокардиография яһарға, ҡан тамырҙарын сканерларға була. Яңы технология ауыр хәлле пациенттарҙы ентекле тикшерергә ярҙам итә. Сканерҙы төпкөл ауылдарҙа, табиптарҙың күсмә эшендә лә ҡулланырға мөмкин.