Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
21 Август 2019, 10:55

Социаль эшҡыуарлыҡты нисек үҫтерергә?

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостанКисә Сибай ҡалаһында “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм шәхси эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы “Социаль эшҡыуарлыҡҡа инеш” тип аталған семинар башланғайны. Ул бөгөн дауам итә.

Билдәле булыуынса, быйыл Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге эшләй башланы.


“Был территориаль берләшмәлә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың барлыҡ ойошмаларына комплекслы хеҙмәтләндереү, ярҙам саралары күрһәтелә. Бындай үҙәктәр бөтөн субъекттарҙа төҙөләсәк. “Минең бизнес”ты киңәйтеү, эш урындары булдырыуҙы ойоштороу, программа тәьминәте өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленәсәк”, – тине Радий Хәбиров “Известия” гәзитенә биргән интервьюһында.


Республика етәксеһе шулай уҡ Экспортҡа булышлыҡ ҡылыу үҙәгенең дә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуын билдәләне. Монопрофилле муниципаль берәмектәрҙә бәләкәй бизнесҡа ярҙам маҡсатында быйыл 43,27 миллион һум йүнәлтелә, ә проектты тормошҡа ашырыуҙың тотошлай ваҡытына 161,4 миллион һум планлаштырылған.


“Барыһы ла муниципаль программаларҙы финанслау аша социаль эшҡыуарлыҡ өсөн гранттар биреү юлы менән тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, быйыл моноҡалаларға төбәк бюджетынан өҫтәмә рәүештә 8,8 миллион һум бүленде – был аҡса коворкинг-үҙәктәр булдырыуға, Бизнес-навигаторҙы тулыландырыуға йүнәлтелә”, – тине Радий Хәбиров.


2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата республикала бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты иҫәпләнгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Республика етәксеһе был йәһәттән үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү бурысын ҡуйҙы.


Сибайҙа барған әлеге семинар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән. Сарала “Нимә ул социаль эшҡыуарлыҡ? Уның үҫеш трендтары, мөмкинлектәре”, “Социаль проекттарҙы финанслау. Социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендә дәүләт ярҙамы”, “Социаль эшҡыуарға ҡайҙа уҡырға?”, “Социаль инвестициялар. Үҙ проектыңа нисек инвесторҙы йәлеп итергә?”, “Финанс йәһәттән тотороҡло социаль бизнес төҙөргә өйрәнәбеҙ”, “Халыҡ-ара, Рәсәй, төбәк кимәлендәге иң яҡшы тәжрибә өлгөләре” һ.б. темалар буйынса фекер алышына.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.

Читайте нас: