Оҫталыҡ дәрестәре ағымдағы йылдың декабренә тиклем барасаҡ. Уларҙы халыҡ күп йөрөгән сауҙа үҙәктәрендә үткәреү ҙә ҡаралған. “Проектҡа ярашлы, 20 ирекмән-инструктор “Дөрөҫ туҡланыу нигеҙҙәре. Аҙыҡтың сифаты һәм хәүефһеҙлеге” тигән программа буйынса уҡыу үтәсәк”, – тиҙәр республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы матбуғат хеҙмәтендә.