Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
20 Август 2019, 10:57

"Экология" сәнәғәткә талап ҡуя

#национальныепроекты#нацпроекты #региональныепроекты#регпроекты #нацпроектыБашкортостан Республиканың сәнәғәт предприятиелары эшмәкәрлеге экологик талаптарға яуап бирһен өсөн 2024 йылға тиклем 30 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Был ғәмәл “Экология” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Өҫтәүенә, һауа сифатын яҡшыртыу маҡсатында, газ-моторлы транспорт алыу планлаштырыла, тип хәбәр иттеләр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән.


Әйтеүҙәренсә, милли проектҡа ярашлы булдырылған “Таҙа һауа” төбәк проектында ҡаралғанса, республикалағы предприятиеларҙы яңыртыу иҫәбенә атмосфера һауаһының сифатын яҡшыртыу маҡсаты тормошҡа ашырыласаҡ, был саралар өсөн 32 миллиард һум аҡса тотоноу күҙаллана.


Бынан тыш, газ яғыулығы менән эшләгән 70-тән ашыу автобус алыу планлаштырыла, улар Өфө эсендә йөрөйәсәк. Дүрт газ станцияһы төҙөләсәк. Әле республикала автомобилдәр өсөн 16 газ менән тулыландырыу компрессорлы станцияһы булһа, 2022 йылға тиклем уларҙың иҫәбен ике тапҡырға арттырыу ҡаралған. Милли проектҡа ярашлы, Салауат, Сибай, Учалы ҡалаларында атмосфераны автоматлаштырылған күҙәтеү пункттары барлыҡҡа киләсәк.


Билдәле булыуынса, республикала “Башнефть”, Башҡорт сода компанияһы, “Полиэф”, Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты, Белорет металлургия заводы, “НефАЗ”, “Газпром нефтехим Салауат” кеүек ҡеүәтле сәнәғәт предприятиелары эшләй.


Автор: Д. ИШМОРАТОВА.
Читайте нас: