Бөгөн республикала “Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә булышлыҡ итеү” милли проектына республиканың 30-ҙан ашыу предприятиеһы ҡушылған. Проект сиктәрендә предприятие эшсәндәре төрлө эксперттарҙың консультацияларын аласаҡ, Сәнәғәттә үҫтереү фондынан 50-нән алып 300 миллион һумға тиклем льготалы займ биреү ҙә ҡаралған. Хеҙмәткәрҙәрҙе ҡабаттан уҡытыу өсөн субсидиялар ҙа бүленә.