Федераль проект паспортында милли проекттың тормошҡа ашырылыу ваҡыты, бурыстар исемлеге, өлгәшелергә тейешле һөҙөмтәләр, тәғәйен йылдарҙа финанс тәьминәтенең күләме һәм башҡа мәғлүмәттәр. күрһәтелгән.
“Һанлы иҡтисад - айырым өлкә түгел, ғәмәлдә йәшәү рәүеше, дәүләт идараһын, иҡтисадты, эшҡыуарлыҡты, социаль тармаҡты, тотош йәмғиәтте үҫтереү өсөн яңы нигеҙ, – тине Владимир Путин. – Һанлы иҡтисад булдырыу – Рәсәйҙең милли хәүефһеҙлеген һәм бойондороҡһоҙлоғон, Ватан компанияларының конкурентлыҡҡа һәләтлелеген тәьмин итеү ул”.