Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
15 Август 2019, 10:54

Милли проект: "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам"

#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостанӘле Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында раҫланған "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проектында ҡатнашыу мөмкинлеге булған предприятиелар өсөн урындарҙа семинар-кәңәшмәләр бара.

– Бөгөн беҙ республикала эшләгән компанияларҙы бер урынға берләштереү өсөн предприятиеларға "Хеҙмәт етештереүсәнлеге һәм мәшғүллеккә ярҙам" милли проекты программаһында ҡатнашыу мөмкинлеген асҡан семинар-кәңәшмәләр серияһын уҙғарабыҙ, – тине Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары Айрат Фәхретдинов.


Ошондай осрашыуҙарҙы Нефтекама, Ишембай, Өфө ҡалаларында, Бәләбәй районында уҙғарырға йыйыналар. Уларҙа предприятиеларҙың милли проектта ҡатнашыу өҫтөнлөктәре, ойошмаларға ярҙам саралары, етештереү ҡағиҙәләре ҡараласаҡ.


Милли проектта ҡатнашыу уларға етештереүҙең һөҙөмтәлелеген, персоналдың квалификацияһын һәм ҡыҙыҡһыныуын, етештергән продукцияның нәтижәһен арттырыуға, муниципалитеттарҙың иҡтисади ҡеүәтен һәм һалым базаһын үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Ҡатнашыусыларға программаға инеү аҙымдарын ентекләп аңлатасаҡтар.

Читайте нас: